Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы
Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова федераль конкурс һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында 11 мең ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ субъекттарҙа ла һайлап алыу турҙары үтте.
«Ойоштороу комитеты рәйесе, дәүләттең демография һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Президент Советының яуаплы секретары булараҡ, «Йыл ғаиләһе»нең конкурстан илдең төрлө мөйөштәренән тотош династияларҙы берләштергән күләмле ғаилә хәрәкәтенә әүерелеүен билдәләп үтергә теләйем. «Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе» тигән яңы номинация булдырылды, ул ғаиләләребеҙҙең көсөн, сыҙамлылығын күрһәтә», — тип яҙа республика сенаторы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостанда йәшәгән ғаилә бар, тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. Ишле, күп милләтле Андрющенколар ғаиләһе башлығы МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәй.
Бынан алдараҡ Башинформ ғаилә башлығы Ярослав Андрющенконың МХО биләмәһендә штурмовик булып хеҙмәт итеүе хаҡында яҙғайны.