Илен һаҡлар Илеш егете27.06.2012
Илен һаҡлар Илеш егетеТыуған илде һаҡлау — ир-егеттең изге бурысы. Ул ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, физик әҙерлек талап итә. Илеш районы егете, әле Өфө ҡалаһында йәшәгән Вадим Нуретдинов ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә.

Ул бәләкәйҙән маҡсатлы, эшһөйәр, зирәк булып үҫә. Спорт менән мәктәптә шөғөлләнә башлай: йүгерә, саңғыла шыуа, самбо түңәрәгенә йөрөй. Ярыштарҙа беренселекте бирмәгән егет уҡыуҙа ла һынатмай. Үрге Йәркәй ауылының 86-сы һөнәрселек училищеһында ла ошо сифаттарына тоғро ҡала.
2003 йылда Вадим армияға алына, хеҙмәт итергә ҙур теләк менән китә. Уны Мәскәү ҡалаһындағы махсус тәғәйенләнештәге “Русь” төркөмөнә йүнәлтәләр. Бында һалдаттарҙы һайлап, махсус тикшереп алалар. Вадим, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, крап беретына эйә була. Хеҙмәтендәге барлыҡ ауырлыҡты түҙемлек менән үткәрә, иптәштәре, командирҙар араһында ихтирам яулай. 20 йәшендә үлем менән күҙгә-күҙ осраша — 2004 йылдың 1 сентябрендә террорсылар Беслан ҡалаһындағы мәктәпте алғас, уларҙың төркөмө тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә.
— Сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлөүен күреү ифрат ауыр булды, — тип иҫкә ала ул. — Күпме иптәшем, ғәйепһеҙ кешеләр һәләк булды. Йылдар үтһә лә, снаряд тауыштары иңрәү булып ҡолаҡта яңғырай.
Вадим, хеҙмәтен тултырғас, контракт буйынса армияла ҡалырға ҡарар итә. Чечняла, Дағстанда барған һуғыш хәрәкәттәрендә лә ҡатнашырға тура килә уға. Махачкала ҡалаһындағы алышта улар барған БМП машинаһы шартлап, туғыҙ кеше һәләк була, башҡалары ауыр тән йәрәхәте ала. Ҡаты яраланған Вадимға ла Мәскәүҙәге хәрби госпиталдә өс ай дауаланырға тура килә. Бына ошондай ауыр саҡтарҙа ла, әсәһен борсоуға һалмаҫ өсөн, үҙенең ҡайҙа хеҙмәт иткәнен әйтмәй, ваҡыты булған һайын хат яҙырға тырыша.
Вадим Нуретдинов Төньяҡ Кавказда күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар, күп төрлө Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Егерме йәшендә һуғыш хәрәкәте ветераны исемен алған егет, контрактын тултырып ҡайтҡас, Ҡазан ҡалаһындағы оператив ярҙам төркөмөндә хеҙмәт итеп, үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә. Эш урынынан фатир ҙа бирәләр.
Әле Вадим Нуретдинов Өфө ҡалаһындағы “Газпром” йәмғиәтендә һаҡ етәксеһе булып эшләй. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ күптәргә өлгө булырлыҡ. Уның кеүек егеттәр барҙа илебеҙ тыныс булыр.
Фикус СӘЙЕТОВ,
хеҙмәт ветераны.
Илеш районы.


Вернуться назад