Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә.
21 августа төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +18, +23°.
22 августа урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +22, +27°.
23 августа яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +24, +29°.