Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы21.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары эскән килеш рулгә ултырыу осраҡтарына айырыуса иғтибар йүнәлтә.

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, операция 24 авгусҡа тиклем бара, унда дәүләт автоинспекцияһының, шулай уҡ эске эштәр органдарының башҡа хеҙмәттәренең шәхси составы ҡатнаша.


Ведомство начальнигы Владимир Севастьянов юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙан күрелгән сараларға аңлап ҡарауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙәрен һорай.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә пассажир автобустарын тикшерә башлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-21/gosavtoinspektsiya-bashkirii-zapustila-spetsoperatsiyu-zakonnyy-voditel-4356595



Вернуться назад