Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай
Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса арттырылған пособие алырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа Рәсәй президенты тыуым кимәленең түбән булыуына бәйле йөклө студенткалар өсөн пособиены арттырырға ҡушты. Хәҙер пособие күләме стипендияға түгел, ә төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап иҫәпләп сығарыла.
Башҡортостанда 2025 йылда йәшәү минимумы 17 202 һум кимәлендә билдәләнгән, тимәк, республикала йәш әсәләр өсөн 140 көнлөк отпуск өсөн түләү – 80 мең һум. Элек был сумма 23 мең һумдан артмай ине.
Тағы бер үҙгәреш бар. Элек аҡсаны уҡыған урын буйынса бирһәләр, хәҙер ул Рәсәй Социаль фонды ҡарамағына тапшырылған.
Пособие алыу өсөн ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә йәки күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Бының өсөн «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы» һәм уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыу тураһында белешмә тапшырырға кәрәк, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтенән.