Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар
Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡул ҡуйған. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бындай конкурс ураҡта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыстар һәм сөгөлдөр йыйыу комбайндары операторҙары араһында үткәрелә.
2025 йылда конкурста түбәндәге номинациялар билдәләнде: «Иң яҡшы комбайнсы», «Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы» һәм «Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы».
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.