Моңло күңел — йырлы ғүмер27.06.2012
Моңло күңел — йырлы ғүмерУл көндө Хәфиҙә менән Уйылдан Шәриповтар йортона балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының тыуған көнө хөрмәтенә йыйылды.

Тантана гөрләп торҙо. Беҙ, бер төркөм ҡунаҡтар, туғандар, ғаилә альбомы ҡарайбыҙ. Улар араһында ҡалын-ҡалын дәфтәрҙә шиғыр шәлкемдәре. Ҡайһы берҙәребеҙ һаҡсыл ғына тотоп, уларҙы уҡый башланы. Ейәнсуранан килгән кейәүебеҙ Марат Ғайсин бер нисәһен үҙе менән алып китте, һәм күп тә үтмәй Иҫәнғол типографияһынан “Аманат” исемле 150 дана китап ҡайтып төштө. Шатлығы эсенә һыймаған яугир, был уңыштан ҡанатланып, тиҙҙән “Көҙгө балҡыш” тигән икенсе китабын Нияз Алсынбаевтың ярҙамы менән Өфөлә нәшер итте.
Бер аҙҙан “Тауҙарҙа үтте йәшлегем”, “Ергә ереккән ғүмер”, балалар өсөн “Миҙаллы ҡайын” шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Аҡһаҡалдың дәрт-дарманы ташып тора. 2011 йылда тағы дүрт китабы — “Хәтирәләр”, “Көҙгө сәскәләр”, “Еңеү еңел булманы”, “Тамсылар тама әле” баҫылып сыҡты.
Уйылдан Әйүп улы, шиғри күңелле кеше булараҡ, тормошто һөйөү, уны күрә белеү һәләтенә эйә. Шиғырҙарында һәр дәүер асыҡ сағыла. Балаларға арналған “Миҙаллы ҡайын” китабында халҡыбыҙҙың үткәне, йәшәү рәүеше, уның изгелеге, күңел матурлығы ҡанатлы һүҙҙәр, йылы эпитеттар менән тасуирлана. Авторҙың һәр китабында ла оло йөрәкле шәхес сағыла. Ул тынғыһыҙ, заман менән бергә атлай. Тәүге китаптары донъя күреү менән аудиокитап сығарыу яғын да хәстәрләй. Башҡортостандың танылған артистары Наилә Ғәләүетдинова менән Фирғәт Ғәлиев шиғыр һөйөүселәрҙе ике сәғәт буйы шиғриәт донъяһында әҫәрләндерә. Китап “Моңло күңел — йырлы ғүмер” тип атала.
Моңло күңел — йырлы ғүмер90 йәшлек уҙамандың фекере тос, халыҡсан. Уның яратҡан шөғөлө, әйтер һүҙе бар.
Ул уҡыған Сәйетбаба урта мәктәбенең тәүге сығарылыштағы ете уҡыусыһын да башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Әммә дәһшәтле һуғыш сыҡҡас, Уйылдан Ватанды һаҡларға китә. Яраланып ҡайтҡан тынғыһыҙ егет Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Аҙаҡ райондың бер нисә белем усағында мәктәп директоры булып эшләй.
У. Шәриповтың ижадында Тыуған ил һәм уны һаҡлау, атайсалын, уның кешеләрен данлау тойғоһо төп урындарҙың береһен биләй. Ул үҙен тормоштоң бер тамсыһы итеп тоя (“Мин дә бер тамсы”), Мәндем, Еҙем йылғаларына, тауҙар теҙмәһенә мәҙхиә йырлай:

Көнтөшмәҫкә менеп
ҡарап торам
Еҙем йылғаһының ярҙарын.
Бөҙрә талға баҫып иртә-кисле
Ҡоштар һуҙа моңло йырҙарын.
(“Томанлы иртә”)

Тыуған ауылына ҡайтып, 17 йыл буйы колхоздың партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләгән осорҙа тыуған тәбиғәте менән һоҡланыу хисе көсәйә генә:
Бик һағындым,
Һағындырҙы тауҙар.
Туғайҙағы йәшел шыршылар,
Һеҙҙе күргем килде,
Хистәремдә
Мин һаҡлайым изге тойғолар.
(“Тыуған ерем —
Мәндем буйҙары”)
Мөхәббәт темаһы ла яугир шағирҙың ижадын урап үтмәгән. “Һөйөү”, “Мөхәббәт”, “Толомдар”, “Башҡорт ҡыҙына”, “Көтмә мине” кеүек әҫәрҙәре ошоға дәлил.
Нескә хисле, саф тойғоло, һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, алсаҡ уҙаман бөтөн кешелек донъяһын ярата, әммә атайсалына һыйына, уны бәхетле итеп күргеһе килә. Ҡарт яугир йөрәгендә һаман да һуғыш хәтирәләре һулҡылдай: “Яугир дуҫтарға”, “Еңеү хаҡы”, “Тол ҡатындар”, “Булыр һуңғы туйыбыҙ” кеүек күп кенә шиғырҙарында ошо һыҙланыу ишетелә.
Ашыҡмағыҙ, килмәй торһон
Һеҙҙең һуңғы юлығыҙ,
Йыназағыҙ һеҙҙең өсөн
Булыр һуңғы туйығыҙ,
— ти ул үҙенең яуҙаштарына. Көрәш дауам итә, иртәрәк әле, ғәҙелһеҙлек менән көрәшәйек, ти.
Ерҙең бушҡа ятыуына борсола, уның файҙаһын күрергә саҡыра. Үҙенең “Ташбашы” шиғырында:

Таштың башы булмай, тиҙәр,
Таштауының башы бар.
Түбәһендә урман үҫә,
Битләүендә ашы бар,
— тип ғорурлана, әммә,

Йәме киткән Ташбашына
Ҡарап йөрәк һыҙлана.
Ҡайтарырға ине уны
Гөрләп торған сағына.
“Ергә ереккән ғүмер” исемле шиғырҙар йыйынтығын Уйылдан Шәрипов халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташ ғалимыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев иҫтәлегенә арнай. Шиғыр һөйөүселәрҙең ихтирамын яулаған был китабы өсөн фронтовик 2011 йылда районыбыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Әлеге көндә Шәриповтар ғаиләһе район үҙәгендә барлыҡ уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәй. Йыш ҡына ауылға ла ҡайталар, төрлө осрашыуҙарҙа, йыйылыштарҙа ҡатнашалар.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Ғафури районы.


Вернуться назад