Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан20.08.2025

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған.

Яҡташыбыҙ Никита И. дәүләт лотереяларында күптән ҡатнаша: башта билеттарҙы һатыу нөктәләрендә һатып алһа, хәҙер мобиль ҡушымта менән файҙалана. Бына, ниһайәт, уға уңыш йылмайған. Никита суперприз — 1 622 810 һум аҡса отҡан.


Һөнәре буйынса Никита — ремонт-технологик ҡоролмалар слесары. Балыҡ тоторға, эндурола йөрөргә ярата, әммә хәҙер күп ваҡытын эштә үткәрә. Аҡсаны ул торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә индереү өсөн тотонорға уйлай.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-20/slesar-remontnik-iz-bashkirii-stal-lotereynym-millionerom-4355313



Вернуться назад