Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр
Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.
Ағиҙел ҡалаһының суд приставтары бәлиғ булмаған балаһын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Азамат А.-ны эҙләй.
Нефтекамала тыуып үҫкән 1982 йылғы ирҙең алимент буйынса 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Азамат Өфөлә ҡасып йөрөй, бер ҡайҙа ла эшләмәй.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (34731) 2-83-99, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.