Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй
Ишембайҙа һәм Салауатта Ҡала көнөн билдәләүҙән баш тарттылар.
Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин хәбәр итеүенсә, байрамды август айында, Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән бергә билдәләйҙәр ине. Быйыл иһә «беҙҙең иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж йүнәлештәр бар», тип яҙа мэр үҙенең телеграм-каналында.
Ишембай районы хакимиәтендә лә шундай белдереү менән сығыш яһанылар. Быға тиклем Ҡала көнөн улар август айының һуңғы шәмбеһендә билдәләгән. Быйыл байрам 30 августа булырға тейеш ине. Әммә илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа бындай байрамдар урынһыҙ, тигән фекерҙә улар. Шуға күрә байрам өсөн тотонолорға тейешле аҡса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелә, тиелә рәсми хәбәрҙә.
Быйыл Стәрлетамаҡта ла Ҡала көнө үткәрелмәй.