Остазыбыҙҙың премияһы бирелде27.06.2012
Остазыбыҙҙың премияһы бирелдеБеҙ, М. Исҡужин исемендәге башҡорт башланғыс мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәһе, балаларыбыҙҙың ҙур, яҡты, уңайлы шарттарға эйә, заманса йыһазландырылған уҡыу йортонда белем алыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Бында балаларыбыҙ рәхәтләнеп туған телендә белем ала, шул уҡ ваҡытта башҡа фәндәр буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй — һәр төрлө олимпиада, конкурс, ярыш һөҙөмтәләре быға аныҡ дәлил. Мәктәп өҫтәмә белем биреү йәһәтенән дә өлгөлө. Бында аэробика, бейеү, информатика, квиллинг, милли көрәш, йыр, һынлы сәнғәт, Остазыбыҙҙың премияһы бирелдешашка, шахмат менән бушлай шөғөлләнергә мөмкин.
Уҡыусыларҙың йылдан-йыл артыуы һөйөндөрә. Иң мөһиме — балаларыбыҙ мәктәпте ярата, бында үҙен ысын хужа итеп тоя. Уҡытыусыларҙың ата-әсәне төрлө сараға йәлеп итеүе, йыйылыштарҙың йыш булыуы йәш быуынды берҙәм фекерҙә тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.
Быйыл мәктәп тарихында мөһим ваҡиға булды — уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, йәмәғәт эшендә ихлас ҡатнашҡан, төрлө олимпиада, конкурс, ярышта еңеү яулаған өлгөлө уҡыусыларға һуңғы ҡыңғырау тантанаһында Мөхәммәт Исҡужин исемендәге премия тапшырылды. Ошондай ҙур бүләк алған йәштәрҙең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! Үҙ аҡсаһына шундай изге эш башҡарып, балаларыбыҙҙы һөйөндөргәне өсөн мәктәптең тәүге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нурия Хәлиловаға, директор урынбаҫары Зилә Аҙнабаеваға һәм сараны ойошторған мәктәп коллективына, етәксе Әлфинур Ванюркинаға, ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Гүзәл МАЛИКОВА,
мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе.
Күмертау ҡалаһы.


Вернуться назад