Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды
Сколково майҙансығында үткән «Пилотһыҙ системалар: киләсәк технологиялары» беренсе халыҡ-ара форумында Башҡортостанда етештерелгән БПЛА һәм двигателдәрҙе күрһәттеләр. Был сарала илдең 76 төбәге вәкилдәре ҡатнашты, тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Уфимец» компанияһы — Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаһы ғилми-етештереү үҙәгенең төп резиденты. Компания төбәк стендында үҙ продукцияһы өлгөләрен — «Уфимец-150» пилотһыҙ авиация системаһын, fpv-дронын, 6 модификациялы электр двигателдәрен тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәм, тап ошо етештереүсенең дрондарын МХО биләмәһенә ебәрәбеҙ, яугирҙәр уларҙы бик маҡтай. Сколковола «Уфимец» двигателдәре лә үҙҙәрен яҡшы күрһәтте. Инженер-спорт ярыштарында улар бер юлы бер нисә номинацияла иң яҡшыһы тип танылды», — тип уртаҡлашты Хәбиров.
Республика командаһы шулай уҡ Рәсәй субъекттарының берҙәм рейтингында Гран-приға лайыҡ булды һәм «Традицияларға алмашҡа БАС» сценарийҙарын әҙерләү буйынса эшлекле уйында еңеү яуланы, тип өҫтәне республика етәксеһе.
«Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә шөғөлләнеүселәр һәм Өфө радиоэлектроника колледжы студенттары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар үҙ номинацияларында, шул иҫәптән криптографик саралар ярҙамында пилотһыҙ аппараттарҙы һаҡлау буйынса ярыштарҙа лидер алдынғылыҡты бирмәне. БПЛА-лар төрлө өлкәләрҙә лә, тыныс тормошта ла кәрәк. Башҡортостан илебеҙҙә пилотһыҙ авиацияны үҫтереү үҙәктәренең береһенә әүерелергә мөмкин», – тип билдәләне Хәбиров.