“Әсәйем, бәғерем, һиңә улың Ярбулланан суҡтин-суҡ сәләм. Бына тағы ла күпме ваҡыт үтте, яныңа ҡайта алған юҡ, замана еле хут бирмәй ҙә ҡуя. Әле бер телевизор тапшырыуын ҡарағас, һине һағынғанымды белдем. Эйе, һағыныуымдың сиге юҡ, хатта төштәремә килеп керҙең. Кисә генә бер төш тулҡынландырҙы. Һин мәрхүм атайым менән бер соҡор янында баҫып тораһың, имеш, тим. Икегеҙ ҙә йылмаяһығыҙ. Эйе, гел шулай йылмайып йәшә, әсәкәйем. Ауыр-фәлән күтәреп имгәнә күрмә бер үк. Утынды ла ябай балта менән яраһыңдыр әле. Һин уны калун балта менән тураҡла. Магазинға барып та ауыр күтәреп ҡайтаһыңдыр. Улай итмә, лутсы ике тапҡыр барып кил. Тағы ла шуны әйтәйем: магазинға барғанда бер шампан да ал әле. Зиләйлүк киленең тик шампан ғына ярата.
Әсәкәйем, онота яҙғанмын, тағы бер үтенесебеҙ бар: беҙгә тигән ҡаҙ түшкәләрен һыуытҡыста һаҡла, көҙгө ҡарға ышаныс юҡ, ирей ҙә ҡуя. Әгәр ҙә үҙеңдең һыуытҡысыңа һыймаһа, күршеләрҙеке ҙур була торғайны, шуларға индереп ҡуй.
Тағы ла шул иҫемә төшөп, хафаланып алдым: көмөшкә аппаратың иҫәнме, интектермәйме ватылып? Тик һин көмөшкәне төндәрен ҡыу, юҡһа тотолоп ҡуйыуың бар. Һүҙ ҙә юҡ, аҡса нисауа килә бит. Ебәргән аҡсаңа киленең крокодил тиреһенән тектерелгән плащ алды, шуға һөйөнөп бөтә алмай. Хәҙер ул ҡотоптоң аҡ айыуы тиреһенән тегелгән тун алам, ти. Шуға аҡса көтә киленең. Ләкин һуңғы ваҡытта ниңәлер килмәй башланы. Ҡайғырып, Зиләйлүгем ябығып китте хатта. Стандартымды һаҡлайым тип, хәҙер Урта диңгеҙгә барырға йыйына. Әсәкәйем, йыназалыҡ аҡса йыя башланым тигәйнең бит, бәлки, шуны ебәрерһең. Йыназаны, үлемде ашыҡтырырға ярамай, гонаһ була, ти. Диңгеҙ буйына барып сәләмәтләнеп ҡайтһа, киленең йәшәреп китәсәк, ҡыҙҙар кеүек...
“Гәлсәр шишмә” тигән курорт-санаторийға барып та йәшәреп ҡайтҡайны шулай. Унда биттәге йыйырсыҡтарҙы бөтөрә торған хирургия бүлеге асылған икән. Шунда скальпелһеҙ генә йәшәртеп сығаралар, ти. Унда сибәр ҡатындар сират тора икән. Урта диңгеҙҙән ҡайтҡас, киленеңде тағы ла ебәрәм әле. Тик ул пластик операция тигәндәренә буйтым ғына түләргә кәрәк икән, һөйөклө әсәйем, һинең ярҙамһыҙ уны эшләп булмаҫтыр. Сибәрлек арзан булмай бит ул, һин уны, ҡәҙерле әсәкәйем, яҡшы аңларһың, тип уйлайым.
Беҙ былай ҙа һинең өсөн шатланып бөтә алмайбыҙ. Һиңә тағы ла мул ғына пенсия сыҡҡан икән — был үҙе бер шатлыҡ! Былай булғас, йүкә балы алырға ла аҡсаң етәсәк. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡытта булып ала, онотоп ҡуйма, тип әйтке килә. Быларҙы аҡыл һата тип аңлай күрмә, һине яратҡан өсөн әйтәм. Һәр тәңкәң файҙаға тотонола. Һуңғы ваҡытта ебәргән аҡсаңа Зиләйлүк киленеңә германский туфли алдыҡ, ялтлап торғанды. Киленең уны ҡунаҡҡа барғанда ғына кейә. Шул тәтәй туфлиҙарына баҫып, үтә күренмәле күлдәген кейеп ебәрһә, тотош донъя уның ҡулында. Шунан ул әхирәттәренә барып, затлы кейемдәрен күрһәтеп, бик ныҡ арып ҡайта ла яңғыҙ ғына йоҡларға ярата. Ысынлап та, йонсоп китте һуңғы ваҡытта. Диңгеҙ буйына барып ял итеп ҡайтһын, тим.
Зиләйлүк тә, әсәкәйем, һинең изгелекте онотмаҫ. Тыуған көнөңә бүләк итәм тип, “кәми” тигән француз хушбуй һабыны алып ҡуйҙы. Уны беҙ ҡаҙ түшкәләрен алырға барғас, һиңә тапшырырбыҙ, тантаналы шарттарҙа.
Тик беҙ ҡайтыуға үҙеңде һаҡла, әсәкәйем. Эйе, һиңә еңел түгел, аңлайбыҙ. Бер үҙеңә әллә нисә баш эре мал, бер һыйырыңды һатып ебәрһәң дә насар булмаҫ ине. Аҡсаһын ҡайҙа тотонормон инде, тип хафаланаһыңдыр әле. Һин ҡайғырма, әсәкәйем, баш иҫән булһа, аҡсаға урын табылыр, Зиләйлүк уны һә тигәнсә хәл итер. Йә, ярай, хуш булып тор, хөрмәтле һәм зиннәтле әсәкәйем!”
* * *
“Әсәкәйем! Бына тағы ла һиңә хат яҙам, әтеү хаттар туҡтап торҙо.Тик был юлы борсолоулы хат яҙырға мәжбүрмен. Мин урамда тороп ҡалдым. Киленең өйҙән ҡыуып сығарҙы. Ул барлыҡ мөлкәтте, хатта фатирҙы тик үҙенә яҙҙырған. Урта диңгеҙҙән ул бер бәндә менән ҡайтып төштө һәм бына мин берәҙәк хәлендәмен. Әсәкәйем, ҡаршы ал, минең һинән башҡа бер кемем дә юҡ. Күптән-күп, суҡтин-суҡ сәләмдәр менән улың Ярбулла”.
РS. Был хатты яҙып бөтөүгә, почтальон уға бер телеграмма килтереп бирҙе. Унда Ярбулланың әсәһенең баҡыйлыҡҡа китеүе тураһында әйтелгәйне.