Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай
31 августан Мысырҙың Sky Vision Airlines авиакомпанияһы Шарм-әл-Шәйех – Өфө – Шарм-әл-Шәйех маршруты буйынса осоштар программаһын аса.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан рейстар 189 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing-737-800 авиалайнерҙарында башҡарыла. Баш ҡала аэопортында белдереүҙәренсә, AlMasria Airlines, Air Cairo һәм «Рәсәй» авиакомпаниялары ла Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә оса.