Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә14.08.2025
Фото: Ғафури районы хакимиәте

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә

Эштәрҙе август аҙағынаса тамамларға йыйыналар.

Ғафури районының Ташаҫты ауылында Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күперен йүнәтәләр. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов хәбәр итте.


«Подрядсы һәм Имәндәш ауыл советы башлығы Әхнәф Нуғайғолов менән барлыҡ нескәлектәр һәм сроктар тураһында һөйләшеп килештек. Эштәр башланған, август аҙағына тиклем тамамларға кәрәк. Ауыл халҡы был осорҙа Еҙем йылғаһы аша һалынған ваҡытлыса баҫманан йөрөй», — тип яҙҙы Вәхитов.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-13/v-ufe-otremontiruyut-peshehodnyy-most-cherez-reku-zilim-4348389



Вернуться назад