Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә14.08.2025
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә

Улар оҙайлы отпуск алырға ла хоҡуҡлы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы педагогик эшкә ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы тармаҡ килешеүенә төҙәтмәләр ҡабул итте. Документҡа ярашлы, республикала тәүге тапҡыр остазлыҡ өсөн окладтан кәмендә 15% күләмендә өҫтәмә түләү индерелә.


Остазлыҡ, ғилми эш, хеҙмәткәрҙе уҡытыу менән шөғөлләнгән, студенттарҙың практикаһына етәкселек иткән йәки башҡа педагогик йөкләмә алған табиптар һәм шәфҡәт туташтары ла 56 көнгә тиклем отпуск алырға хоҡуҡлы. Баш табиптарға нормаһыҙ эш көнө өсөн өҫтәмә отпуск бирелә башлай.


Төҙәтмәләр федераль ҡануниәттең үҙгәреүе һәм табиптарҙың эш хаҡы структураһы, шул иҫәптән окладты 50% тиклем арттырыу менән бәйле, тип хәбәр иттеләр республиканың табиптар профсоюзынан.


Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын нисек яңыртыуҙары тураһында бында яҙғайныҡ.


https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-08-14/v-bashkirii-mediki-budut-poluchat-nadbavku-za-nastavnichestvo-4348651



Вернуться назад