Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе
Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яулаған өсөн баш ҡала мэрияһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
«Тимурға ныҡышмалылығы, тырышлығы һәм еңеүгә ынтылышы, уның остазына — һөнәри оҫталығы, ә әсәһенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһе барышында уҙған бүләкләү тантанаһында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тимур Ғарифуллин Пекинда үткән халыҡ-ара ярышта юғары класс уҡыусылары араһында алтын миҙал яуланы. Ә быйыл яҙ илдең иң яҡшы AI-белгестәре иҫәбенә инде – яһалма интеллект буйынса Милли технологик олимпиада (НТО) финалында еңде.