Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
60 йәшлек ирҙе юлдашы һыйлаған.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ир бөгөн Өфөнөң 21-се дауаханаһына оҙатылған. Хәле ныҡ ауыр тип баһалана.
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ул — чача менән ағыуланған өсөнсө пациент.
8 августан алып 30 йәшлек ир ҙә ошонда дауалана. Уның хәле тотороҡло, ыңғай динамика күҙәтелә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда Сочи чачаһы менән ағыуланған йәш ҡатын вафат булған.