Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды12.08.2025
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

Ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды. Был хаҡта республиканың йәштәр сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.


Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән өсөн бирелә. Награда һәләтле һәм инициативалы йәштәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән.


Премия йәш яҙыусыларға, рәссамдарға, артистарға, музыканттарға, архитекторҙарға һәм режиссерҙарға ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.


Документтар Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары менән премиялар күләме 150 мең һумдан ярты миллионға тиклем арттырылды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-12/v-bashkirii-prodlili-priem-zayavok-na-premiyu-imeni-shayhzady-babicha-4347011



Вернуться назад