Йәйгә айырыуса бер йәм, йылылыҡ һәм сағыулыҡ өҫтәй еләк-емеш муллығы. Халыҡ: “Шөкөр, еләк-емеш быйыл да емерелеп уңды”, — тип һөйөнә. Күптәр мәлен оҫта файҙаланып, татлы тәбиғәт бүләген йыйып өлгөрөргә тырыша. Егәрлеләр һәм аҡса йүнләп ҡалырға теләүселәр оло юл буйҙарында ҡыҙарып бешкән татлыҡайҙарҙы әллә ҡасан уҡ тәҡдим итә башланы.
Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы еләк-емеш һәм йәшелсә хаҡтары менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ. Баҙар баҙар инде, йәнең теләгән барлыҡ тәғәм бар. Һатыусылар ҙа ваҡытын юҡҡа сарыф итмәй, алыусылар ҙа туҡтауһыҙ килеп-китеп тора. Баш ҡалаға яҡын ауылдарҙан һәм райондарҙан йәшелсә тәҡдим итеүселәр артҡан. Мәҫәлән, Чесноковка, Зубов, Кушнаренко һәм Иглин яҡтарынан тауарҙарын тәҡдим итеүселәр байтаҡ. Шулай ҙа көньяҡ халҡы беҙҙән һаман йылдамыраҡ, өлгөрөрәк, картуфты ла, кәбеҫтә менән кишерҙе лә үҫтереп өлгөргән. Ошо уҡ йәшелсә Израилдән дә килтерелгән. Шулай уҡ Төркиә, Ташкент, Краснодар һәм Азербайжан помидорҙары менән дә сауҙа итәләр. Шулай ҙа иң үтемле тауар — еләк-емеш. Мәҫәлән, баҡса еләген сират тороп тигәндәй алалар. Ҡурай еләге лә өлгөргән, ҡара ҡарағат та күренә башлаған.
Еләк-емеш хаҡтары
(һумдарҙа һәм килограмдарҙа) түбәндәгесә:
ер еләге — 200
ҡурай еләге — 180 – 220
ҡайын еләге
(0,7 литрлы банкала) — 200
баҡса еләге — 200 – 250
черешня (ағы, ҡыҙылы) — 150 – 250
персик — 250
слива — 120 – 250
Йәшелсә хаҡтары:
ҡыяр — 30 – 40, 60 – 70 (шәхси ихатала үҫтерелгәне)
помидор — 55 – 60, 65 – 75
редиска — 20
кәбеҫтә (яңы уңыш) — 40
төҫлө кәбеҫтә — 100
кишер — 45 – 60
картуф — 35; 50 – 60
һуған (бер бәйләме) — 10
укроп (бер бәйләме) — 10
таш ҡабаҡ — 40
сөгөлдөр — 45
татлы борос — 80
алма (яңы уңыш) — 90
бәшмәк — 150.
М. ХАРИСОВА.