Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне12.08.2025
Фото: Рөстәм Рахманғолов, Вк

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылынан тыл хеҙмәтсәне Ғәрифә Мусина 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Йөҙйәшәр инәйҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов та килеп ҡотланы.


Муниципалитет етәксеһе юбилярға район хакимиәтенән иҫтәлекле бүләктәр, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаларын тапшырҙы.


Ғәрифә Мусина Стәрлебаш районының Айтуған ауылында тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында уны Свердловск өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Тыуған яғына ҡайтҡас, колхоз баҫыуҙарында һәм фермаларында эшләй. Ғәрифә Насир ҡыҙы тормош иптәше менән ике ул үҫтергән, уларҙа хеҙмәткә һөйөү, ергә, ныҡлы ғаилә традицияларына ихтирам тәрбиәләгән.


«Уның ҡулдары ашлыҡтың һәр бөртөгөнөң һәм хеҙмәттә үткән һәр көндөң ҡәҙерен белә. Уның яҙмышы – йәштән үк ауыр эште татып үҫкән быуындың тарихы. Ғәрифә Насир ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө һәм туғандары, яҡындары менән бәхетле ғүмер кисереүен теләйем», — тип яҙҙы Рөстәм Рахманғолов.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-11/truzhenitsa-tyla-iz-bashkirii-otmetila-100-letniy-yubiley-4346077



Вернуться назад