Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 9 августа республиканың көньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа көслө ямғыр, ҡойма ямғыр фаразлана. Урыны менән йәшен йәшнәүе ихтимал. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән ямғыр яуғанда, томан төшкәндә 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Иртәгә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 2-7 метр, йәшен йәшнәгәндә секундына 14 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +19,+24°.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала ял көндәре йылы һәм ямғырлы була.