Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола08.08.2025
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә.

«Һөт иле» ғаилә фестивале 30 августа «Ҡашҡаҙан» паркында була. «Былтыр сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был юлы ойоштороусылар тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ программа әҙерләй», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында.


Ҡунаҡтарҙы һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар һәм концерт көтә.


Йолаға әүерелгән бал йәрминкәһе һәм сәй фестивале ойошторола.


Быйыл башҡорт халҡының милли эсемлегенә, уның тарихына һәм шифалы үҙенсәлектәренә бағышланған «ҠымыҙФест» майҙансығы эшләй.


Фестивалдә һәр кемде бер стакан һөт менән һыйлайҙар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-08/v-ufe-molochnaya-strana-proydyot-v-poslednie-vyhodnye-leta-4343018



Вернуться назад