Быйыл августа универсаль электрон карталар тапшырыла. Уларҙың тәүге тиҫтәһе Татарстанда, Башҡортостанда, Әстрханда һәм Краснодарҙа таратыла. Был эш киләһе йылдың 1 ғинуарында ғына рәсми башланырға тейеш. Тимәк, билдәләп үтелгән дүрт төбәк ошо йәһәттән тәүгеләр буласаҡ.
Универсаль электрон карта кешене идентификациялау мөмкинлеге биргән документ, йәғни “электрон паспорт” бурысын үтәй. Тиҙҙән уның менән сит илдәргә лә юлланып буласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, шулай уҡ башҡа дәүләт, коммерция хеҙмәттәре банкоматтар, терминалдар, шәхси компьютерҙар аша ошо карта ярҙамында күрһәтелә. Һөҙөмтәлә дәүләт менән аралашыуға сығымдар кәмейәсәк.
Универсаль электрон карталар Рәсәй граждандарына вәкәләтле орган тарафынан бушлай бирелә. Башҡортостанда был эште Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башҡара.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.