Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты
Осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде.
Марат Заһиҙуллин республика етәксеһенә ҡаланың үҫеше, шул иҫәптән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, социаль объекттар төҙөү һәм уларҙы ремонтлау, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, юл селтәрен яңыртыу хаҡында һөйләне.
Салауат хакимиәте башлығы Радий Хәбировҡа Башҡортостан етәкселегенең ҡалаға күрһәткән иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.
«Күп мәсьәләләрҙе республика ярҙамынан тыш хәл итеп булмай. Беҙгә төрлө яҡлап ярҙам итәләр, шунң өсөн рәхмәтлебеҙ», — тине Марат Заһиҙуллин журналистар менән әңгәмәлә.