Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә
Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә.
Өфөнөң тарихи үҙәгендә 15 сентябргә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр биләмәне төҙөкләндереү менән бәйле.
Өфөнөң тарихи үҙәгендә 15 сентябргә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр биләмәне төҙөкләндереү менән бәйле.
Цюрупа урамындағы (30-сы йорттан Коммунистик урамына тиклем) һәм Коммунистик урамындағы (78-се йорттан Цюрупа урамына тиклем) уң яҡ һыҙаттар ябыла.
Мэрияла өфөләрҙән һәм ҡала ҡунаҡтарынан сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар.