Рәфит ЗӘЙНИШЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре:
— “Башҡортостан” гәзитен 50 йылдан ашыу алдырып уҡыйым. Унда һирәкләп мәҡәләләрем дә баҫылып тора.
“Башҡортостан” — республикабыҙ халҡының, милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ҡыйыу сағылдырған һәм яҡлаған абруйлы баҫма. Гәзит хеҙмәткәрҙәре уның йөкмәткеһен төрләндереү, яҡшыртыу йәһәтенән күп көс һала. Бигерәк тә халыҡ араһында йөрөп, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, хәл итеү юлдарын эҙләү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Һуңғы ваҡытта гәзит күҙ алдында үҙгәрҙе. Уның биттәрендә баҫылған бер генә мәҡәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, уйланырға мәжбүр итә. Яңынан-яңы рубрикалар барлыҡҡа килеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Ҡыҫҡаһы, “Башҡортостан” халыҡҡа йөҙ менән боролдо, ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзитенә әйләнә бара.
Быйылғы йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Милләттәштәремә шуны әйткем килә: республикабыҙҙың төп гәзите — “Башҡортостан”ыбыҙға дәррәү яҙылып, уның 95 йыллығына һәйбәт бүләк эшләйек!