Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана07.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Шулай уҡ йәшен һәм томан көтөлә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр, йәшен фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр, көндөҙ эре боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал.


Ел көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +20,+25°.


Ямғыр яуғанда автомобиль юлдарында 500-1000  метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, төндә һәм иртән урыны менән томан төшә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-07/na-bashkiriyu-obrushatsya-livni-i-grad-4341476



Вернуться назад