Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла06.08.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла

Uzbekistan Airways авиакомпанияһы Наманган Өфө – Наманган – Өфө маршруты буйынса рейстар һанын арттыра. Хәҙер осоштар аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла. 


8 августан осоштар кесаҙна һәм йома көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса 174 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A320 самолеттарында башҡарыла. Юлға 3 сәғәт 5 минут ваҡыт китә, тип хәбәр итә аэропорттың матбуғат хеҙмәте.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Uzbekistan Airways Ташкент һәм Фирғәнә ҡалаларына ла даими рейстар яһай.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-06/iz-ufy-stanet-prosche-uletet-v-uzbekistan-4340268



Вернуться назад