Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә06.08.2025

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты өҫтөндә эште дауам итергә йыйына.

Закон проекты инвалидтарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү системаһын камиллаштыра.


Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, был граждандарҙың яҡланмаған категорияларын физик реабилитациялау һәм абилитациялау мөмкинлектәрен киңәйтә.


— Закон ҡабул ителһә, улар дәүләт реабилитация үҙәктәрендә генә түгел, инвалидтар өсөн махсус физкультура-спорт клубтарында, дәүләткә ҡарамаған сектор ойошмаларында, шул иҫәптән шәхси реабилитация үҙәктәрендә һәм физкультура-спорт ойошмаларында профессиональ ярҙам алырға мөмкин. Инфраструктураны киңәйтеү мохтаждарға ошо хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙы еңеләйтә. Улар дәүләт (муниципаль) социаль заказы нигеҙендә бюджет аҡсаһы иҫәбенә финанслана, – тип билдәләне Толкачев.


Закон проекты шулай уҡ социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәрен башҡарыусыларҙы билдәләү өсөн учреждениеларҙы һайлап алыу тәртибен күҙ уңында тота.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-06/v-bashkirii-rasshiryat-vozmozhnosti-dlya-reabilitatsii-dlya-lyudey-s-invalidnostyu-4339519



Вернуться назад