Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде06.08.2025
Фото: видеонан скриншот

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде

Мэриялағы оператив кәңәшмәлә Орджоникидзе районының административ комиссияһы рәйесе урынбаҫары Руслан Исхаҡовҡа һыуға бата яҙған балыҡсыны ҡотҡарған өсөн ҡала хакимиәтенең маҡтау грамотаһы тапшырылды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ял көндәрендә хакимиәт хеҙмәткәре Ҡабаҡ ауылындағы йылға буйында балыҡ тотоп ултырғанда һыуға бата башлаған кешегә ярҙамға ташланған. Ирҙе ярға һөйрәп сығарғанда ул иҫен юғалтҡан булған. Руслан Исхаҡов аптырап ҡалмаған, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәткән. Һуңынан ашығыс ярҙам саҡыртҡан һәм ҡотҡарылған ирҙе табиптар ҡулына тапшырған.


«Ысын ир-егет ҡылығы был, рәхмәт һеҙгә! Эргәбеҙҙә ошондай кешеләр булғанда, һәр саҡ ҡаһарманлыҡҡа урын бар», – тип билдәләне Ратмир Мәүлиев бүләкләгәндә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-06/v-ufe-nagradili-spasshego-rybaka-chinovnika-4340065



Вернуться назад