Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты06.08.2025
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Салауаттан музыкант Павел Анисимов Беренсе каналда «Мөғжизәләр яланы» программаһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Леонид Якубовичтың 80 йәшенә арналған махсус сығарылышта ҡатнашты.


Павел Башҡортостандан күстәнәс итеп бал, сәк-сәк, тоҙланған йәшелсәләр һәм бәлештәр алып килде. Музыкант студияла йырлап та күрһәтте. 


Уйындың темаһы «Йырҙар һәм бейеүҙәр» ине. Яҡташыбыҙ финалға сыға алманы. Был юлы икенсе ҡатнашыусыға уңыш йылмайҙы. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-06/zhitel-bashkirii-prinyal-uchastie-v-pole-chudes-k-80-letiyu-yakubovicha-4339745



Вернуться назад