Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды05.08.2025
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 30 социаль әһәмиәтле проекты еңеүсе булған. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Уның билдәләүенсә, коммерцияға ҡарамаған 9 ойошма беренсе тапҡыр грант алған, ә ике финалсы быға тиклем бер тапҡыр ҙа фонд конкурсында ҡатнашмаған.


«Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тормошҡа ашырырға тәҡдим иткән проекттар төрлө. Улар ғаиләләргә һәм халыҡтың айырым категорияларына ярҙам итеүгә, һаулыҡ һаҡлауға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағыла. Конкурста ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, был беҙҙең өсөн бик мөһим», — тине Хәбиров.


«Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү», «Граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам күрһәтеү һәм яҡлау», «Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физкультураны һәм спортты пропагандалау», «Тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Фән һәм мәғариф», «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу, йәнлектәрҙе яҡлау» конкурстың популяр йүнәлештәре булып тора.


Еңеүселәрҙең күбеһе Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан, Баймаҡ, Белорет һәм Иглин райондарынан. Мәҫәлән, грант ярҙамы менән «Башҡортостан каникулдары» телепроекты 4-се миҙгелгә оҙайтыла, баш ҡалала яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү өсөн «МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә көсө» башланғысы һәм башҡа саралар тормошҡа ашырыла.


«Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл еңеүселәрҙең 30% — тәүге тапҡыр ярҙам алған ойошмалар. Беҙҙә яңы идеялар һәм проекттар күп, был, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш булып тора. Еңеү яулаған проекттар көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур йоғонто яһар тип ышанабыҙ», — тип билдәләне фондтың генераль директоры Люциә Сәйфуллина.


Еңеүсе проекттар 2025 йылдың 1 октябренән һуң ғәмәлгә ашырыла башлай.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-05/v-bashkirii-podveli-itogi-ocherednogo-konkursa-grantov-glavy-respubliki-4338874


 


 



Вернуться назад