Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Ремпубликала ҡойма ямғырҙар көтөлә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 6 августа төбәктә урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә.
Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көслө.
Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +25,+30°.