Республикала бензинға хаҡ артҡан05.08.2025
Фото: скриншот

Республикала бензинға хаҡ артҡан

Төрлө АЗС-тарҙағы хаҡтарҙы сағыштырҙыҡ.

«Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнгән. «Башинформ» 20 июлдә яғыулыҡҡа хаҡ артыуы тураһында хәбәр иткәйне.


Бөгөндән АИ-95 бензинының бер литры — 60,20 һум, АИ-95 ATUM — 61,25 һум, АИ-92 — 56,35 һум, АИ-92 ATUM – 57,45 һум, дизель яғыулығы — 68,60 һум, АИ-100 80,65 һум тора.


Башҡа компаниялар менән сағыштырғанда, «Татнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-95 бензинының бер литры – 60,65 һумға, АИ-92 56,05 һумға төшә. «Лукойл»да АИ-95 Экто – 63,43 һум, АИ-92 – 58,93 һум, АИ-100 — 87,18 һум, дизель яғыулығы Экто-70,46 һум тора. IRBIS АЗС-тарында АИ-92 – 56,49 һум, АИ-92 XTRim – 57,49 һум, АИ-95 XTRim – 60,99 һум, дизель яғыулығы иһә 66,99 һум.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-05/v-bashkirii-opyat-podorozhal-benzin-4338365



Вернуться назад