БСТ телеканалында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла05.08.2025

БСТ телеканалында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла

6 августа 8 тула 15 минутта БСТ телеканалында иртәнге «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында бүләктәр уйнатыла.

«Яҙыл да бүләк от» акцияһында икенсе ярты йыллыҡҡа, шулай уҡ 2025 йылға республика матбуғатына яҙылған яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала.


Яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Мәҫәлән, мотоблок, туңдырғыс әрйә, телевизор, ноутбук, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡалар. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең ике баҫма матбуғатына яҙылған һәр кем бүләк оторға мөмкин. Акция тураһында тулыраҡ бында белергә була.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2026 йылдың 1 ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы башлана. Почта бүлексәһендә, шулай уҡ онлайн яҙылырға мөмкин.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан баҫма матбуғатҡа яҙылыу буйынса тәүге 3 төбәк иҫәбенә инде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-04/na-bst-razygrayut-podarki-serdi-podpischikov-pechatnyh-smi-4337763



Вернуться назад