«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһының иң популяр йүнәлеше билдәле булды
2020 йылда Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» республика программаһы бөгөн 7 йүнәлештә эшләй. Улар араһында туҡланыу мәктәптәре, «көмөш йәштәге сәғәттәр», халыҡ кәсептәренә өйрәтеү, сәләмәт йәшәү рәүеше, ирекмәнлек һәм остазлыҡ бар.
Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Честно говоря» программаһына биргән интервьюһында һөйләне. Туризм программаның иң популяр тармағы булып тора, уға республика буйлап экскурсиялар, шулай уҡ Беларусь һәм Үзбәкстанға сәйәхәттәр инә.
«Дорогие мои старики» ойошмаһы директоры Ольга Ремаренко һүҙҙәренсә, әгәр элек төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары эшмәкәрлеге оло йәштәгеләрҙе ҡотҡарыуға йүнәлтелгән булһа, хәҙер, йәшәү кимәле һәм сифаты артҡан һайын, ойошмалар күберәк уларҙың ялы менән шөғөлләнә.
«Беҙ улар өсөн концерт программалары ойошторабыҙ, йорт-интернаттарға барабыҙ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, финанс һәм компьютер грамоталылығына өйрәтәбеҙ», – тине тура эфир ҡунағы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш йыл эсендә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһының төрлө сараларында 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың 470 меңдән ашыуы 2024 йылға тура килде. Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә райондары, Нефтекама һәм Сибай халҡы әүҙемлек күрһәтте.