Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә «Патриот» паркына 7 меңдән ашыу кеше йыйылды04.08.2025

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә «Патриот» паркына 7 меңдән ашыу кеше йыйылды

Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан 2 августа Шишмә районының «Патриот» паркы биләмәһендә уҙған тантаналарҙа 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта һөйләне.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриотик парк өсөнсө тапҡыр десантсыларҙың төп байрамы майҙансығына әүерелде. Сара ҡунаҡтары экстремаль «Геройҙар уҙышында» ҡатнашты, эҙәрмән отрядтары күргәҙмәләрен ҡараны, парашют селтәрҙәре һәм беләҙектәр үреү, авиамоделдәр эшләү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә булды. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға айырыуса ҙур иғтибар бүленде, улар өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика бүлексәһе һәм МХО ветерандары ассоциацияһының консультация өҫтәлдәре эшләне.


«Төрлө йылдарҙа беҙҙән 100 меңгә яҡын кеше һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Был илдең терәге, һуғышҡа һәләтле ғәскәрҙәрҙең береһе. Минеңсә, байрам яҡшы үтте, десантсылар балалары, ғаиләләре менән килә. Сараны киләһе йылда ла үткәреү тураһында уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-04/den-vdv-v-parke-patriot-bashkirii-sobral-bolee-7-tysyach-chelovek-4337348



Вернуться назад