Башҡортостанда Олуфта һәм Зиёвиддин тыуған04.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда Олуфта һәм Зиёвиддин тыуған

Әмир һәм Әминә иң популяр исемдәр булып ҡала.

2025 йылдың 1 ғинуарынан яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк һәм популяр исемдәр билдәле булды. Был турала ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.


Сервис мәғлүмәттәре буйынса, һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәренән – Алика, Йәминә, Олуфта, Әҡлимә һәм Элай. Ата-әсәләр улдарына Зиёвиддин, Абдрахман, Кемран, Егорий һәм Магар тигән исемдәр ҙә һайлай.


Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре Әминә (233), Амелия (230), София һәм Ева (219-ар), Эмилия (214). Малайҙар араһында Әмир (311), Эмир (229), Тимур (210), Марк (201) һәм Мирон (197).


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-04/v-bashkirii-rodilis-olufta-i-ziyoviddin-4336871



Вернуться назад