Республикала 31 градус эҫе булыуы фаразлана04.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала 31 градус эҫе булыуы фаразлана

Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 4 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы көндөҙ +26,+31°.


Шишәмбе һәм шаршамбы, 5 һәм 6 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +24,+29°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-04/v-bashkirii-prognoziruetsya-31-gradusnaya-zhara-4336833



Вернуться назад