Әбйәлил исемле егет күл буйына барып ултырған да арҡан ишергә тотонған, ти. Шул саҡ Һыу эйәһе килеп сыҡҡан икән.
— Нимә эшләйһең? — тип һораған ул егеттән.
— Бына хәҙер арҡан ишеп бөтәм дә күлде һауаға аҫып ҡуям, — тигән Әбйәлил.
Һыу инәһенең ҡото осҡан:
— Зинһар, теймә күлгә! Әжеренә нимә теләйһең — шуны бирәсәкмен, — тип үтенгән. Әбйәлил күп уйлап тормай, Һыу эйәһенән затлы ат һораған. Шулай итеп, күлде тыныслыҡта ҡалдырып, ажғырып торған айғырға атланып егет ҡайтып киткән...
Был әкиәт менән күптәр бала саҡтан таныш. Ошондай хәлдәр беҙҙең көндәрҙә лә осрамай тиһегеҙме? Әбйәлил батыр кеүектәр арабыҙҙа ла бар бит ул. Ышанмайһығыҙмы? Ана, Ишембай районының Ишәй ауылына барып ҡарағыҙ әле. Унда ла Әбйәлил батырҙың ише табылған икән. Әкиәттәге ҡәрҙәше кеүек арҡан ишеп хитланып тормаған ул. Ауыл янындағы Эйеккүлде шартлатып кәртәләгән дә алған. Шулай ҡыйыу булып сыҡҡан “Бастион” яуаплылығы сикләнгән (асылда иһә сикләнмәгән!) ойошманың етәксеһе. Шундай кешегә тел әрәм итеп ауыл халҡы менән һөйләшеп тороу ҡайҙа инде! Хатта күл буйындағы пайсыларҙың гектар ярым
ерен дә ҡармағына эләктереп алған. Унда зиннәтле генә йорт, мунса төҙөп ҡуйған.
Ауыл халҡы бына инде өс йылға яҡын “батыр”ҙан күлде ҡайтара алмай яфалана. Ә “Бастион” урынында ныҡ тора. Хатта судтың ҡаты ҡарары ла ҡуҙғата алмай.
Ишембай ҡала суды 2010 йылдың 2 мартында уҡ законһыҙ төҙөлөштө емерергә, ҡойманы алып ташларға тип ҡарар сығара. Әммә тик торғанда килеп эләккән бындайын да Хоҙай байлығын Әбйәлил батырҙың ише һис тә генә ҡайтарырға теләмәй. Ғәҙеллекте яҡлап өйөрө менән килгән ауыл халҡын да Эйеккүлгә яҡын юлатмай икән.
— Ҡапсығығыҙҙы киңерәк тотоғоҙ! Был шәхси милек! — тип халыҡты кире бора. Етмәһә, ял үҙәген емереүҙе кисектереп тороуҙарын һорап судҡа мөрәжәғәт иткән. Шуныһы ғәжәп: нишләптер суд “батыр”ҙы йәлләгән дә быйылғы йылдың 1 июненә тиклем кисектергән. Бындай сәйер ҡарарҙан һуң “күл хужаһы” тамам ҡотороп киткән. Әле рәхәтләнеп күл буйындағы батшаларҙы көнләштерерлек дәү йортҡа электр уты үткәреп йөрөй, ти. Пайсыларҙың ерен бушатыу, тәбиғи ҡомартҡыны халыҡҡа ҡайтарыу хаҡында уйлап та бирмәй.
Ни эшләргә белмәгән Ишәй халҡы ҡайҙа ғына ярҙам һорап сыҡмай. Район хакимиәтендә ишетергә лә теләмәйҙәр уларҙы. Бында ла ниндәйҙер ғилләһе барҙыр. “Ни Һыу эйәһе ята йоҡлап!” — тип асыуланып ҡуя ишәйҙәр. Аптырағандан “Бастион” ойошмаһы ҡамап алған урынға барып митинг ойошторорға булғандар.
— Был хәтлем дә ҡомһоҙҙар бар икән дәһә!
— Шәкетауҙың башына еттеләр!
— Үҙ ереңдә йәшәп, күленә яҡын бара алмай йөрөсө!
— Былай булмай! Сигенеү юҡ!
Ғүмер буйына баҫыуҙа бил бөккән, тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн хатта “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән Әмир Тимерәшев та ситтә тороп ҡалманы. Быуындары тотмаһа ла, ике таяҡҡа таянып килеп еткән.
— Был хәтлем яһиллыҡ өсөн ниндәй йөрәк кәрәк! Көпә-көндөҙ тот та күлде тартып ал. Закон да, шайтан да юҡ уларға! — ти нәфрәтен йәшерә алмай аҡһаҡал.
Беҙ бары тик закон үтәлеүен һорайбыҙ — ауыл халҡының төп талабы ошо.
— Ниңә һуң судтың ҡарары һаман үтәлмәй? “Бастион”дың улар менән дә әшнәлеге бармы икән? — Ошо һорауҙар ишәйҙәргә тынғылыҡ бирмәй.
“Күл хужаһы” менән йылдар дауамында айҡаша торғас, халыҡ тамам хәлдән тайҙы. Ә ҡәлғә кеүек бейек ҡойма менән бикләнгән Эйеккүлдәге томбойоҡтар моңһоу ғына тажын йомған. Әйтерһең дә, улар бының менән Һыу эйәһенә генә түгел, законды бар тип тә белмәгән “Бастион”ға ла, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ суд приставтарына ла үпкәләй.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ишембай районы.