Өфө юлдарында махсус операция бара01.08.2025
Фото: Өфө дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте

Өфө юлдарында махсус операция бара

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында водителдәрҙе тикшереү бара. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең эскәнме-юҡмы икәнен, балалар һәм пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен нисек үтәүен тикшерә.


Водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының 8 (347) 2 -79-32-92 ҡыҙыу бәйләнеш телефонына һәм телеграм-чатҡа хәбәр итергә мөмкин.


Бынан алдараҡ «Башинформ» «Рулгә ултырма, малай» акцияһының яҡынса йомғаҡтары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-01/na-dorogah-ufy-prohodit-spetsoperatsiya-4334216



Вернуться назад