Башҡортостандың биш ауылына юғары тиҙлекле интернет барып етте31.07.2025
Фото: Реканс Ямалиевтың телеграм-каналы

Башҡортостандың биш ауылына юғары тиҙлекле интернет барып етте

Саҡмағош һәм Салауат райондарында яңы база станциялары ҡуйылды.

Саҡмағош районының Яңы Ҡото һәм Тайнаш ауылдарына юғары тиҙлекле 4G селтәре килде. Муниципалитет хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев билдәләүенсә, хәҙер халыҡ туғандары һәм яҡындары менән һәр саҡ бәйләнештә, дәүләт хеҙмәттәре, дистанцион уҡыу һәм интернеттың башҡа мөмкинлектәре менән файҙалана ала.


«Быға ил Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы үҙгәртеү» милли проектының «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» программаһы ярҙамында өлгәшелде. Элек база станциялары Ҡарайерек, Тамъян, Митрәй-Әйүп, Иҫке Биккенә һәм башҡа ауылдарҙа бар ине. Йыл аҙағына тиклем тағы бер нисә ауылда мобиль селтәрҙәр асыу планлаштырыла», — тип хәбәр итте район башлығы.


Салауат районында ла яңы база станциялары урынлаштырылды. Муниципалитет хакимиәте башлығы Марс Кашапов хәбәр итеүенсә, Иҙрис, Мөсәт һәм Лағыр ауылдарына ла юғары тиҙлекле мобиль интернет барып етте.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-31/vysokoskorostnoy-internet-poyavilsya-v-pyati-syolah-bashkirii-4333715



Вернуться назад