Өфөлә 101 йәшлек десантсы Николай Васильевты ҡотланылар
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө алдынан Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников һәм Өфөнөң Калинин районы башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов ветеранға юбилей миҙалын тапшырҙы.
Николай Васильевич Васильев 1923 йылдың 2 ноябрендә тыуған. 1941 йылда мәктәпте тамамлағас та мобилизациялана. 1942 йылда һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләнә. Киев йүнәлешендәге 3-сө Украина фронты составында разведчик булып хеҙмәт итә. 200-ҙән тапҡырҙан ашыу парашюттан һикерә.
Һуғыш тамамланғас, хеҙмәтен Вена ҡалаһы комендатураһында дауам итә, демобилизациянан һуң Өфөгә ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 25 йыл күҙәтеү органдарында эшләй.
Бер нисә айҙан десантсы Николай Васильевҡа 102 йәш тула.