Үлемесле ҡапҡан26.06.2012
Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә ил күләмендә киң тамыр йәйгән наркомания — кешенең тәнен һәм рухи донъяһын, аңын емереп, уны ҡыҫҡа ваҡытта ҡәбергә илтеүсе иң мәкерле, аяуһыҙ сирҙәрҙең береһе. Әфиун менән “дуҫлашыуҙың” үлемесле икәнлеген белмәүсе юҡтыр бөгөн. Был хаҡта телевидение, гәзит-журналдар тарафынан бай белешмә бирелә, йәш быуынды ошо ҡурҡыныс сирҙән ҡурсалау саралары күрелә, аңлатыу эштәре йәйелдерелә. Әммә был мәкерле күренеште юҡ итеүе, ай-һай, анһат түгел икән шул!

Наркоманияның үҫеш башланғысы уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башына барып тоташа. Тап ошо осорҙа ил өҫтөнә яуған реформалар шауҡымы наркомания, токсикомания кеүек ғибрәтле күренештәргә юл асты. Һанап бөткөһөҙ күп төрлө спиртлы эсемлек менән бер рәттән, кешене алйот, миңрәү хәленә еткереүсе әфиун матдәләр һуңғы тиҫтә йылда Рәсәйҙә асыҡтан-асыҡ тип әйтерлек ҡулланыла. Тәүге наркомандар анаша һәм кокаинды файҙаланһа, бөгөнгөләрҙе был ғына ҡәнәғәтләндермәй — улар героинға өҫтөнлөк бирә. Һуңғы йылдарҙа наркомандар төрлө матдәләрҙән яңы тилерткес — дезоморфин яһарға өйрәнде.
Ер йөҙөндә 55 миллион самаһы наркоман иҫәпләнә, әммә, белгестәр фекеренсә, ғәмәлдә уларҙың һаны ун тапҡырға күберәк. Рәсәйҙә генә тилерткес матдәләр менән һатыу итеүсе 5 меңгә яҡын енәйәтсел төркөм бар.
Был аңлашыла, сөнки героин йә иһә башҡа төрлө “сифатлы” әфиун ҡиммәт тора, ә наркомандарҙың быға аҡсаһы юҡ. Шуға күрә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүсе тәртип һаҡлаусы органдарға эш тағы ла артты: уларға дезоморфин яһау менән шөғөлләнеүсе фатир хужаларын асыҡлау, наркомандарҙың юлын ябыу кеүек мәшәҡәт өҫтәлде. Енәйәтселек һәм наркомания бер-береһе менән туранан-тура бәйле. Миҫал өсөн, республикала 2011 йылдың биш айында наркотиктарҙың законһыҙ ҡулланылышы менән бәйле 1581 енәйәт теркәлгән (былтырғы осор менән сағыштырғанда 573-кә күберәк). Шуныһы айырыуса фажиғәле: ошо иҫәптән 1386-һы — ауыр енәйәт. Нефтекама ҡалаһында, 2008 йыл менән сағыштырғанда, 194-кә күберәк енәйәт ҡылынған, рәсми теркәлгән наркомандар һаны уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар уртаһында 25 кеше иҫәпләнһә, бөгөн 360-ҡа барып баҫҡан. Шуныһы — тәүге йылдарҙа “аҡ үлем” үҙәктәре булып эре ҡалалар иҫәпләнһә, бөгөн ул бәләкәй ҡалаларға, хатта ауылдарға ла үтеп инде. Миҫал өсөн, Краснокама районында бөгөн 20 наркоман иҫәптә тора.
— Наркотик ҡулланыусыларҙың күбеһе беҙгә мөрәжәғәт итмәй, — ти Нефтекама ҡалаһының баш наркологы Әмирйән Ғәлиев. — Бынан тыш, беҙҙә аноним иҫәптә торған, наркотикты тәүге тапҡыр татыған байтаҡ кеше бар. Ҡағиҙә булараҡ, наркология бүлексәһенә оҙаҡ ваҡыт наркотик ҡулланып, ғазап кисерә башлағас, сирҙең тәүге йәки икенсе стадияһында ғына мөрәжәғәт итәләр. Был осорҙа кеше наркотик ҡолона әүерелеп, ҡот осҡос ауыртыныуҙарҙан — “ломка”нан ҡотолоу юлын ғына эҙләй. Ә беҙҙә дауаланып сыҡҡандан һуң ҡабат упҡын төбөнә тәгәрәтеү өсөн бер төймә әфиун да етә. Ихтыяр көсөнөң самалы булыуы, наркотик ҡулланыусы дуҫтарының баҫымы, социаль проблемалар наркоманды йәнә элекке һуҡмағына илтә.
Баш табип әйтеүенсә, ауырыуға наркоман иң тәүҙә үҙе ҡаршы торорға, ихтыяр көсөн егеп, тилерткес матдәләрҙән баш тартырға тейеш. Дауаланып сыҡҡан кеше яҡындарының, туғандарының, дуҫ-иштәренең ярҙамына, кәңәшенә мохтаж, уға таянырлыҡ етди терәк кәрәк.
Наркомания — оҙайлы медицина дауалауын талап итеүсе яман сир. Һуңғы йылдарҙа илдә махсус медицина белеменә эйә булмаған, әммә бар сирҙән дә “ҡотолдора” алыусы “халыҡ табиптары” бермә-бер артты. Күптәрҙең мөғжизәгә ышаныуына таянып, уларҙың күп өлөшө төрлө им-том, сихыр, күҙ арбау һәм башҡа “саралар” ярҙамында законһыҙ дауалау менән шөғөлләнә. Бындай “табиптар”ҙан дауа алып, сәләмәтлеген ҡайтарған наркомандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күренмәй. Ысын мәғәнәһендә дауалау табип-наркологтар ярҙамында ғына уҙғарылырға тейеш, сөнки тейешле дарыуҙар ҡулланыу менән бер рәттән, сирлеләрҙе реабилитациялау осоронда төрлө сәләмәтләндереү ысулдары киң ҡулланыла. Бының асылы — психотерапевт тренингы, йәғни наркоманға психотерапия, гипноз, энә терапияһы, аутотренинг, медитация менән тәьҫир итеү.
Наркомандарҙың “йәшәрә” барыуы ла йәмғиәтебеҙҙә тәрән борсолоу тыуҙыра. Элегерәк улар уртаса 22 – 35 йәштә булһа, бөгөн наркологияла иҫәптә тороусылар араһында 10 – 12 йәшлектәр ҙә байтаҡ.
Илебеҙҙе ялмап алған оло бәлә менән алышҡансы, уны булдырмау яҡшыраҡ. Кеше яҙмышын емереүсе, ғүмерен ҡыйыусы ағыу һатып, кемдер сереп байый, ә үҫеп килеүсе йәш быуын ысын мәғәнәһендә юҡҡа сыға. Элеккеләй хәмер эсеп, һуғышып йөрөгән йәштәр һирәк хәҙер. Ләкин иҫерткес төймә ҡабып, күҙҙәре быялаланған үҫмерҙәрҙе бөгөн йыш күрәбеҙ, ә бит уларҙың күбеһе руль артына ултыра.
Наркомания тоҙағына иң тәүҙә мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр эләгә. Уларҙың күп өлөшө йә атайһыҙ, йә үкһеҙ етем. Араларында бай, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Афәттең илебеҙҙә киң ҡолас алыуы тәү сиратта ғаилә мөхитенә барып терәлә, быға йәмғиәтебеҙҙәге, иҡтисадтағы тотороҡһоҙлоҡ та булышлыҡ итәлер, моғайын. Киләсәгебеҙ наркомандар ҡулында ҡалмаһын өсөн иң тәүҙә ошо афәтте тыуҙырыусы социаль мөхитте үҙгәртеү кәрәк.
Марат МОРАТОВ


Вернуться назад