Республикала йәш ата-әсәнең игеҙәк улдары тыуған31.07.2025
Фото: Владимир Спеле, телеграм-канал

Республикала йәш ата-әсәнең игеҙәк улдары тыуған

Йылайыр районында Нәркәс һәм Ғәлинур Ғәбитовтар ғаиләһендә игеҙәк балалар донъяға килгән. 21 июлдә тыуған малайҙарға Әмир һәм Рамин тип исем ҡушҡандар.


Йәш ата-әсә документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Бала тыуыу» суперсервисы аша эшләгән. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Таҡалова атай кешене ҡотлап, уға улдарының тәүге документтарын тапшырған, тип хәбәр итте Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле. Әйткәндәй, был бәпестәр – быйыл Йылайыр районында тыуған тәүге игеҙ балалар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-31/v-bashkirii-molodaya-para-stala-roditelyami-dvoyni-4332974



Вернуться назад