Башҡортостанда урманда бер ирҙе үгеҙ һөҙгән
Уға ҡотҡарыусылар һәм табиптар ярҙамы талап ителгән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, кисә экстрен хеҙмәттәргә Балаҡатай районының Шығай ауылынан оло йәштәге ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр килгән. Ҡатыны әйтеүенсә, 1943 йылғы ир көндөҙ урманға мәтрүшкә һәм бәшмәк йыйырға киткән, әммә өйөнә әйләнеп ҡайтмаған, шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәй башлаған.
Ҡотҡарыусылар полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә уны эҙләргә сыҡҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң ир табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны үгеҙ һөҙгән.
Ҡотҡарыусылар зыян күргән иргә беренсе ярҙам күрһәткән.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-30/na-zhitelya-bashkirii-v-lesu-napal-byk-4331855