1 авгусҡа ҡарай төндә Өфөнөң Шаҡша күперендә хәрәкәт ябыла29.07.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

1 авгусҡа ҡарай төндә Өфөнөң Шаҡша күперендә хәрәкәт ябыла

Өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар.

Сикләү 31 июлдә төнгө сәғәт 11-ҙән 1 авгусҡа төнгө 3-кә тиклем ғәмәлдә ҡала.


Баш ҡала мэрияһы белдереүенсә, был ваҡытта күперҙә ҡорос терәк өлөштәрҙе монтажлау эштәре башҡарыла.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаҡша биҫтәһендә Өфө йылғаһы аша автомобиль күпере 1984 йылда төҙөлгән. Күпер баш ҡалабыҙҙы Шаҡша, шулай уҡ Иглин һәм Нуриман райондары менән тоташтыра. Уның буйынса Өфөнөң төньяҡ өлөшөнән М-5 федераль трассаһына сығырға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-29/v-noch-na-1-avgusta-v-ufe-zakroyut-dvizhenie-po-shakshinskomu-mostu-4330412



Вернуться назад