Өфөнән Таиландҡа тура рейстар асыла
Авиапассажирҙар Пхукетҡа һәм Утапаоға оса ала.
Рәсәйҙең Azur air чартер авиакомпанияһы туроператорҙар менән бергә «Өфө» аэропортынан Таиландҡа осоштар программаһын аса. 7 ноябрҙән – Пхукетҡа, 13 ноябрҙән Утапаоға (Паттайя) осорға мөмкин.
Рейстар йышлығы: һәр йүнәлеш буйынса 12 көнгә бер тапҡыр. Маршрут 336 урынлыҡ Boeing 767-300 самолетында башҡарыла.
Шулай уҡ 2026 йылдың 4 ғинуарынан Nordwind Airlines авиакомпанияһы Airbus A330-300 самолеттарында Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башлай, тип хәбәр иттеләр баш ҡалаһы аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.