Йәшәүҙәре ауыр түгел...26.06.2012
Әсәйем Рәйфә Әбделсәлих ҡыҙы оло йәшенә етһә лә, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Бер минут ваҡытын да әрәм итмәй, таяҡҡа таянып булһа ла йөрөп, баҡсаһын утай, сәскәләренә һыу ташып һибә, һуған, кишер, сөгөлдөр түтәлдәре бер сүпһеҙ үҫеп ултыра. Ағастары, балтырғаны, андыҙы ла бар.

Атайым Фәхрәзей Әғлетдин улы менән бер ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Хәҙер инде барыбыҙ ҙа үҙаллы донъя көтә, атай-әсәйгә лә ярҙам итергә онотмайбыҙ.
«Заман ауыр, тиҙәр. Юҡ, йәшәүҙәре еңел хәҙер. Беҙ бына һуғыш ваҡытында ерҙе көрәк менән ҡаҙып, бәрәңге ултырта инек. Ҡышын сана, йәйен арба менән утын ташыныҡ. Кейергә кейем, туйғансы ашарға ризыҡ булманы. Ярай беҙҙең һыйыр бар ине, аҡтан өҙөлмәнек. Ә хәҙер ерҙе трактор һөрә, өйгә йылы кергән, пенсия алабыҙ. Һаулыҡ, тырышлыҡ ҡына кәрәк», – ти ул.
Әсәйем менән атайымдың «Башҡортостан» гәзитенән айырылғаны юҡ. 52 йыл уның бер мәғлүмәтен ҡалдырмай уҡып баралар. Һуғыш ваҡытында әсәйемә ете-һигеҙ йәштәр самаһында ағаһы Ғәбделхаҡтың «Башҡортостан» гәзитен ҡысҡырып уҡығаны әле булһа ла хәтерендә.
Зилиә Насретдинова.
Ғафури районы,
Ерек ауылы.


Вернуться назад